Белгестәр төбәк райондарында хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнеште (бер вакансияға дәғүә иткән эшһеҙҙәр иҫәбе) иҫәпләгән. Иң юғары күрһәткес Күгәрсен районында теркәлгән. Унда бер вакансияға 3,2 эшһеҙ тура килә. Икенсе урынды 2,3 менән Краснокама районы алған. Тәүге өсәү исемлегендә һуңғы урында Шишмә районы килә. Унда күрһәткес 2,2 тәшкил иткән. Дүртенсе урынды – Дыуан районы (2), бишенсене Балаҡатай районы (1,9) яулаған.