Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Декабрь 2022, 07:46

«Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ, беҙ һеҙҙе көтәбеҙ!»

«Хөрмәтле ир-егеттәр, күңел йылыбыҙҙы һалып бәйләгән кейемдәребеҙҙе кейеп, еңеүҙәр яулап, иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ, бирешмәгеҙ. Һеҙҙе тыуған ерегеҙҙә һағынып көтәләр», – ти Мәсетле районының Дыуан-Мәсетле ауылыныҡылар.

«Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ, беҙ һеҙҙе көтәбеҙ!»
«Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ, беҙ һеҙҙе көтәбеҙ!»

 Инәй-апайҙар «Йөрәк йылыһы» акцияһында ҡатнашып, яугирҙарға йылы әйберҙәр әҙерләгән. Уларҙың теләгән уй-теләктәре, доғалары ҡабул булһын! Ир-егеттәргә иҫән-һау әйләнеп ҡайтып, ғаиләләре менән матур итеп донъя көтөргә яҙһын иншаллаһ!

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: