Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Декабрь 2022, 10:28

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

«Йыл мәҙәниәт йорто» конкурсына йомғаҡ яһаныҡ. 

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

«Бәйләнештә»ләге төркөмөбөҙҙә «Йыл мәҙәниәт йорто» конкурсы иғлан иткәйнек. Унда республикабыҙ райондарынан алдынғы клубтар бәйге тотто.

Әбйәлил районының Байым ауылы күп тармаҡлы моделле мәҙәниәт йорто һәм Учалы районының Комсомол моделле ауыл мәҙәниәт йорттары һуңғы көсөнә тиклем көрәште. Әбйәлилдәр ун тауышҡа ғына уҙып китте. Тик ике яҡтан да дәғүә белдереүселәр күп булды. Бында бәхәскә урын булырға тейеш түгел, шуға күрә ике мәҙәниәт йортона ла беренсе урын бирергә ҡарар иттек.

Әлбиттә, баймаҡтар ҡалыша буламы ни инде? Йәнә лә уларҙың дәрт-дарманы ташып торҙо. Түбәнге Иҙрис мәҙәниәт йорто коллективы татыулығы, берҙәмлеге ярҙамында алдырҙы һәм икенсе урын яуланы!

Өсөнсө һәм дүртенсе урындарҙы Мәсетле районының Яңы Мишәр һәм Хәйбулла районының Вәзәм мәҙәниәт йорттары бүлеште. Афарин, ихлас ҡотлайбыҙ! Алдынғы биш мәҙәниәт йорто эшмәкәрлеге тураһында 2023 йылда гәзит биттәрендә лә уҡырһығыҙ.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: