Башҡортостан буйынса Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәте мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда 2022 йылдың 11 айында 2,68 миллиондан квадрат метрҙан ашыу торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Был уҙған йылға ҡарағанда 101,1 процентҡа артығыраҡ. Ғинуар-ноябрь айҙарында республикала 33 мең фатир төҙөлгән. Бер мең кешегә 669 квадрат метр торлаҡ тура килә.
- Торлаҡ төҙөлөшө буйынса былтырға ҡарағанда шәберәк эшләйбеҙ. Беҙҙең республика илдә алдынғы урындарҙы биләй. Беҙҙең алда бурыс - төҙөлөш урындарында инфраструктураны әҙерләргә, - сообщил тине төҙөлөш һәм архитектура министрын вазифаһын башҡарыусы Егор Родин.
Ҡалалар араһында алдынғылыҡты Өфө бирмәй. Бөгөнгәсә 930 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Уҙған йылғы кимәлгә ҡарғанда 88,2 процент. Өфөлә шәхси төҙөлөш 273 мең квадрат метр тәшкил иткән. Икенсе урында - Стәрлетамаҡ (84,2 мең квадрат метр), өсөнсө урында Октябрьский (76,5 кв. метр).