Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Декабрь 2022, 14:52

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса ялыуҙар кәмегән

Башҡортостан Башлығының социаль эштәр буйынса идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская ЦУР-ға килгән мөрәжәғәттәр тураһында һөйләне.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса ялыуҙар кәмегән
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса ялыуҙар кәмегән

Һуңғы аҙнала торлаҡ-коммуналь хужалыҡ темаһы йәнә республика халҡы араһында иң популярға әйләнгән. Бер аҙнала 687 мөрәжәғәт килгән, был алдағы аҙнаға ҡарағанда, 78-гә кәмерәк. Бында ҡар таҙартыу, электр энергияһы өҙөлөү һәм сүп-сар сығару инә. Икенсе урында социаль хеҙмәт күрһәтеү (492 мөрәжәғәт, был уҙған аҙналағына ҡарағанда, 63-кә күберәк). Өсөнсө урында төҙөкләндереү темаһы алған (396 мөрәжәғәт, 10-ға кәмерәк).

Елена Прочаковская әйтеүенсә, мобилизацияланғандарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү саралары буйынса чат-бот ярҙамға килә. Үткән аҙнала 19 097 кеше шылтыратҡан. Күптәрҙе табипҡа яҙылыу мәсьәләһе ҡыҙыҡһындырған.

Хәл ителгән мөрәжәғәттәргә килгәндә, бер аҙнала торлаҡ-коммуналь хужалыҡ темаһы буйынса 664 кеше, социаль хеҙмәт күрсәтү буйынса мөрәжәғәт иткән 470 кеше һәм төҙөкләндереү буйынса мөрәжәғәт иткән 424 кеше яуап алған. Бер аҙнала белгестәр 4 163 мөрәжәғәтте эшкәрткән.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: