Бөгөн «Ватсап» мессенжерында чаттарҙа бер-бер артлы Фәнис Хөсәйеновтың һәләк булыуы тураһында хәбәр таралды.
«Тәтешле егете һәләк булған, исеме Фәнис. Теге украиндарҙың БТР-ын урлаған егет... Снайпер эләктергән, бик йәл. Шундай ихлас, ябай, шаян егет ине», - тип ҡайғы уртаҡлашырға ла өлгөргән ҡайһы берәүҙәр.
Шул уҡ ваҡытта Тәтешле районы хәрби комиссариатынан хәбәр итеүҙәренсә, был фейк хәбәр, әлегә бер ниндәй ҙә рәсми мәғлүмәт юҡ.
Имен-һау йөрөп ҡайт, Фәнис!