Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Декабрь 2022, 13:45

СВО-ла ҡатнашыусыларҙың ата-әсәләренә лә льготалар буласаҡ

Радий Хәбиров ҡәтғи ҡарар сығарҙы. 

СВО-ла ҡатнашыусыларҙың ата-әсәләренә лә льготалар буласаҡ
СВО-ла ҡатнашыусыларҙың ата-әсәләренә лә льготалар буласаҡ

Бынан алда байрам алдынан мобилизация буйынса СВО-ға алынған ир-егеттәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 20 мең һум аҡса түләнәсәге хаҡында билдәле булғайны. Тик хәрбиҙәрҙең ата-әсәләре ситтә ҡалыуы күптәрҙе борсоғайны.

Радий Хәбиров был мәсьәләне хәл итергә ҡушҡан. Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә ошо хаҡта хәбәр иттеләр.

«Бында мәсьәләне төрлө яҡлап хәл итергә кәрәк. Һеҙ хәрбиҙәрҙең ата-әсәләрен дә льгота алыусылар исемлегенә индерергә ҡушҡайнығыҙ. Әле был процеста», - тине Башҡортостан Башлығының социаль эштәр буйынса идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: