Өфөнөң 450 йыллығы айҡанлы әҙерлек дауам итә. Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Өфөлә бассейны, һырғалағы һәм универсаль залы булған физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлөүе хаҡында билдәле булды.
- Беҙ Өфөнөң 450 йыллығы айҡанлы «Газпром» менән берлектә Өфөлә бассейны, һырғалағы һәм универсаль залы булған физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөп бөтөрбөҙ тип ышанам. Тағы ла 25 автомобиль газ тултырыусы компрессор станцияһы булдырыласаҡ. Килешеү төҙөлгән, - тине Радий Хәбиров.
2025 йылға тиклем Башҡортостанда газификациялау күрһәткесен 100 процентҡа еткереү планлаштырыла. Быйыл 12 декабрҙә Башҡортостан «Газпром» менән хеҙмәттәшлек итеүгә ҡул ҡуйғайны.