Ни өсөн төп ставканы һаҡлап ҡалырға хәл ителде?
Хәҙерге хаҡтарҙың үҫеш темпы - уртаса, ҡулланыусылар һорауы - үҙгәрешһеҙ тиерлек.
Халыҡтың һәм бизнестың инфляция күҙаллауы элекке кимәлдә ҡала.
Хаҡтарҙың артыу хәүефе уларҙың кәмеү хәүефенән өҫтөн.
Башҡортостанда хәл-торош нисек?
2022 йылдың октябрь-ноябрь айҙарында ҡулланыусыларҙың әүҙемлеге түбән булды.
2022 йылдың ноябрендә төбәктә йыллыҡ инфляция кәмене.
Бизнестың инфляция күҙаллауы түбәнәйҙе.
Төп ставка нимәгә йоғонто яһай?
Тауар һәм хеҙмәттәр хаҡына
вкладтар буйынса ставкаларға
кредит буйынса ставкаларға
Ни өсөн төп ставка кимәлен үҙгәртергә кәрәк?
Көйләүсе төп ставканы инфляцияны кәметерлек, халыҡтың килемен һаҡлап ҡалырлыҡ итеп билдәләй. Тотороҡло түбән инфляция - йылына 4% самаһы - кешеләрҙең йыйған аҡсаһын юҡҡа сығыуҙан һаҡлап ҡаласаҡ, ә кредиттар, айырыуса ипотека, ҡиммәт булмаясаҡ. Рәсәй банкы күҙаллауынса, 2024 йылда инфляция 4 процентҡа тиклем түбәнәйәсәк.
Ентеклерәк - Рәсәй банкы сайтында
https://vk.cc/cjRen6#Аңлатабыҙ_Башҡортостан