Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Декабря 2022, 09:00

Ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән водитель таныҡлығы менән йөрөргә яраймы?

Водитель таныҡлығының ғәмәлдә булыу ваҡыты тамамланғас, автомобиль менән идара итеү тыйыла. Хоҡуҡ боҙоусыға 5 меңдән 15 мең һумға тиклем штраф һалына, ә транспорт махсус туҡталҡаға ебәрелә: http://vk.cc/cjEyHd.

Ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән водитель таныҡлығы менән йөрөргә яраймы?Ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән водитель таныҡлығы менән йөрөргә яраймы?
Ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән водитель таныҡлығы менән йөрөргә яраймы?

Мөһим. Водитель таныҡлығының ғәмәлдә булыу ваҡыты - 10 йыл. Әгәр ҙә ул 2022 йылдың 1 ғинуарынан 2023 йылдың 31 декабренә тиклем тамамланһа, уны автоматик рәүештә өс йылға оҙайталар: vk.cc/cjEyIi

Водитель таныҡлығын срогы тулғансы нисек алмаштырырға?

ЮХХДИ бүлексәһенә түбәндәге документтарҙы тапшырырға кәрәк:

- ғәмәлдәге водитель таныҡлығы;
- паспорт;
- ғәмәлдәге медицина белешмәһе;
- дәүләт пошлинаһын түләү тураһында чек;
- ғариза.

Ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәрендә бирергә, алдан уҡ дәүләт пошлинаһын түләргә һәм медицина комиссияһы үтергә мөмкин, сөнки медицина белешмәләре 12 ай дауамында ғәмәлдә ҡала: vk.cc/cjEyJZ.

Яңы документ тапшырыр алдынан һеҙҙе фотоға төшөрәләр.

Штрафты ташлама менән нисек түләргә?

Штрафты ҡарар сыҡҡандан һуң 20 көн эсендә 50% ташлама менән түләргә мөмкин: http://vk.cc/cjEyHd.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас