Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Декабрь 2022, 14:17

Халыҡ-ара бизнес аҙналығына йомғаҡ яһанылар

Был хаҡта иҡтисади үҫеш министры Рөстәм Моратов һөйләне. 

Халыҡ-ара бизнес аҙналығына йомғаҡ яһанылар
Халыҡ-ара бизнес аҙналығына йомғаҡ яһанылар

Үткән аҙнала Башҡортостанда (14-16 декабрь) эшҡыуарлыҡты һәм бизнесты хәҙерге шарттарҙа үҫтереүгә арналған ҙур төбәк форумы үтте. Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары - иҡтисади үҫеш министры Рөстәм Моратов Халыҡ-ара эш аҙналығына йомғаҡ яһаны. 

Ҡатнашыусылар 

Форумда 3 меңдән ашыу кеше ҡатнашты, шул иҫәптән:

Ил Хөкүмәтенән 15 вәкиле

Федераль үҫеш институттарынан 89 ҡатнашыусы;

Бизнес һәм эшлекле берләшмәләрҙән 1,5 мең кеше;

Киң мәғлүмәт сараларынан 138 вәкил;

24 илдән 107 халыҡ-ара ҡатнашыусы.

 Улар араһында Әрмәнстандың ике төбәгенән губернаторҙар етәкселегендәге ҙур делегация бар. 

 Италия делегацияһын Рәсәйҙең итальян эшҡыуарҙары ассоциацияһы президенты Витторио Торрембини етәкләне. Ҡытай исеменән Халыҡ-ара сауҙаға булышлыҡ итеү буйынса Ҡытай комитетының һәм Рәсәй Федерацияһындағы Ҡытай халыҡ-ара сауҙа палатаһының вәкиллеге етәксеһе Гао Ци сығыш яһаны. Шулай уҡ Свердловск өлкәһе губернаторы урынбаҫары Валерий Чайниковтың, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһының финанс баҙары буйынса комитеты ағзаһы Владимир Сенин, «Система» комппанияһы  вәкилдәре, Экспортерҙар һәм импортерҙар ассоциацияһы вице-президенты Артур Леер, ШОС-тың Эшлекле советы башҡарма секретары Сергей Канавский, Рәсәйҙең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты Елена Дыбова килде. 

Эшлекле программа  

Халыҡ-ара бизнес аҙналығы өс көн дауам итте. Форумдың төп сараһы булараҡ «Рәсәйҙең химия сәнәғәте үҫеше флагманы булараҡ БСК» ҙур секцияһы үткәрелде. Унда химия сәнәғәте активтары менән идара итеүҙең яңы моделдәрен төҙөү мәсьәләһе ҡаралды.

Өфөлә төҙөлгән донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең студенттар кампусын презентациялау иң әһәмиәтле ваҡиғаларҙың береһе булды. Унда Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең вуз-ара кампусын төҙөү тураһында концессия килешеүе төҙөлдө. Был төбәктең заманса фәнни-мәғариф инфраструктураһын булдырыуҙың башы була. 

Иң төп секциялар

«Алға, Башҡортостан!» әүҙем инвесторҙар клубы эшендә «Башнефть», «БСК», структуры Газпрома, РЖД, УМПО, «Полиэф», «Северная Нива Башкирия» кеүек республикабыҙҙың эре предприятиелары етәкселәре ҡатнашты. Унда Белоруссиянан («Амкодор-Агидель»), Төркиәнән («Русджам», «Кисан Инсаат»), Үзбәкстандан (ООО «ГазРесурс») сит ил инвесторҙары сығыш яһаны. 

Башҡортостандағы Евразия халыҡтары ассамблеяһы вәкиллеге Йәмәғәт советы ултырышында халыҡ-ара хеҙмәттәшлек итеү һәм халыҡ дипломатияһын үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды. 

Форумдың икенсе көнөндә «Өфө диалогы: санкция шарттарында иҡтисадты үҫтереү» түңәрәк өҫтәле үтте. Унда Рәсәйҙең Сит ил эштәре министрлығы вәкиле Мария Захарова һәм сит ил ойошмалары вәкилдәре менән Рәсәйгә ҡаршы санкциялар, яңы шарттарҙа Ватан иҡтисадының торошо хаҡында һөйләштеләр. 

Форумда дөйөм илленән ашыу секция ойошторолдо,  уларҙа өс йөҙгә яҡын спикер сығыш яһаны. 54 килешеүгә ҡул ҡуйылды, йәлеп ителәсәк инвестициялар 93 миллиард һумға баһалана.

 
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: