Был тарихи фотоға 30 йыл ! 1992 йылда Йылайыр районында Башҡорт йәштәре көндәрендә төшөрөлгән фото.Бер ҡыҙ атҡа менгән дә "кем дә кем ошо атты сабып барышында туҡтата ала, шуға кейәүгә сығам " тине. Мин йүгереп ҡыуып етеп , атты йүгәненән шаҡарып туҡтаттым бит әй ! Ул ҡыҙ һүҙендә торҙо, миңә кейәүгә сыҡты !Бына инде 30 йыл мин Зөлфиә менгән саптарҙың йүгәнен ҡулымдан ысҡындырмайым.
Бергәләп улыбыҙ Тимерхан һәм ҡыҙыбыҙ Алтынайҙы үҫтерҙек. Бик күп тормош һынауҙарын бергәләп үттек.
Бөгөн Зөлфиәнең тыуған көнө !!! Уға һаулыҡ, эшендә уңыштар теләйем. Беҙҙең ғаиләбеҙ усағы һәр ваҡыт йылы бөркөп торһон. Балаларыбыҙ,ейәндәребеҙ туғандарыбыҙ һәм дуҫтарыбыҙ ул йылыға һырынып, ҡыуанып йәшәһен !!!
Данир Ғәйнуллин —Башҡортостан күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры.
Юлай Кәримов фотоһы.