Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Декабрь 2022, 17:52

Бөгөн — Тимерғәли Килмөхәмәтовтың тыуыуына 81 йыл

 Башҡорт әҙәбиәте белгесе, яҙыусы. #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

Бөгөн — Тимерғәли Килмөхәмәтовтың тыуыуына 81 йыл
Бөгөн — Тимерғәли Килмөхәмәтовтың тыуыуына 81 йыл
  • Тимерғәли Әбделғәлим улы Килмөхәмәтов 1941 йылдың 19 декабрендә Үзбәк ССР-ының Фирғәнә өлкәһе Бағдад районы Серов (Фүрҡәт) станцияһы ҡасабаһында тыуған.
  • Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар мәктәбен тамамлай.
  • 1962—1966 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡый.
  • 1967—1970 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университеты аспирантураһында уҡый һәм кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.
  • 1970 йылдан Башҡорт дәүләт университетында эшләй.

Хеҙмәт ветераны, ғалим һәм яҙыусы 2021 йылдың 2 майында Өфө ҡалаһында вафат булды.

  • Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты (2010)
  • Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев исемендәге премия (Ҡырмыҫҡалы районы) лауреаты (2005)
  • Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997)
  • Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының Почёт грамотаһы (1992)

"Башҡорт Википедияһы."

 

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор: Юлай Кәримов
Читайте нас