Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Декабрь 2022, 14:44

«Алға» тик алға табан бара

16 декабрҙә махсус иҡтисади биләмәләрҙең инвестиция йәлеп итеүсәнлеге буйынса VI ил рейтингына йомғаҡ яһалды, беҙ 12-се урынлан 8-се урынға күтәрелдек, тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә. 

«Алға» тик алға табан бара
«Алға» тик алға табан бара

«Беҙҙең махсус иҡтисади зона - иң йәштәренең береһе, ул иң йылдам үҫешкән һәм инвестиция йәлеп итеүсән тип танылды. Был ҙур ваҡиға. Уны үҫтерергә һәм үҫтерергә кәрәк», - тине Радий Хәбиров.

«Алға» махсус иҡтисади зонаһының эшмәкәрлеге тураһында Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов ентекләп һөйләне.

Бөгөн «Алға»ла 12 резидент теркәлгән. Улар тарафынан индерелгән инвестициялар күләме 42 миллирд һум тәшкил итә. 2 меңдән артыҡ эш урыны булдырыу планлаштырыла. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, санкцияларға ҡарамаҫтан, инвесторҙарҙың майҙансыҡ менән ҡыҙыҡһыныуы кәмемәй. Йыл дауаммында эксперт советы тарафынан дөйөм инвестиция күләме 17,4 миллиард һум булған тағы ла 3 ғариза хупланды, уларҙың 14,7 миллиард һумы - "Фарус-Синтез" компанияһынан.

Әлеге ваҡытта 8,2 миллиард һумлыҡ 5 проект эшләнә. Был компаниялар - "ПластЭкоРус", "ТехноХимТрейд", "Саника" һәм башҡалар. Улар киләһе йыл ғаризаларын тапшырасаҡ.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: