Уларҙың ҡайһы берҙәре хаҡында мәғлүмәт.
«Абҙаҡ» тау саңғыһы үҙәге - Рәсәйҙәге тау саңғыһын һәм сноуборд һөйөүселәрҙең яратҡан урыны. Төрлө ҡатмарлыҡтағы 13 трасса, көндөҙ һәм төндә шыуыу мөмкинлеге, ҙур ярыштар ҡышҡы ял фанаттарын йәлеп итмәй ҡалмай. Курорттың иң оҙон трассалары 2,8 саҡрымға тиклем һуҙыла, ә уларҙа үркәстәр бейеклеге 320 метрға етә. Нисек барырға? Автомобилдә, автобуста йәки «Яңы Абҙаҡ» станцияһына тиклем поезда.
«Металлург - Магнитогорск» йәки «Яҡтыкүл» тау саңғыһы үҙәге - Уралда ҡышҡы ял өсөн иң популяр базаларҙың береһе. Дөйөм оҙонлоғо 10 070 метр тәшкил иткән 9 тау саңғыһы трассаһы ҡыуандырасаҡ. Унда үркәстәр бейеклеге 450 метрға тиклем етә. Күтәргес ҡоролма 9 минут эсендә тау башына алып менә. Өфөнән 310 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Шәхси транспортта, таксиҙа, автобуста һәм самолетта (Магнитогорск аэропортынан - 40 саҡрым) барырға мөмкин.
«Морат» тау саңғыһы үҙәге - Көньяҡ Уралдағы боронғо тау саңғыһы комплекстарының береһе. Төрлө ҡатмарлыҡтағы 8 трасса туристарҙы йәлеп итә. Иң оҙон трассалар - 1 саҡрымға, ә бейеклектәрҙең үҙгәреүе 300 метрға тиклем етә. Бында ҡышҡы спорт төрҙәрен үҙләштереү - үҙе бер кинәнес. Урындағы мәктәп Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштар призерҙарын, Олимпия уйындарында ҡатнашыусыларҙы әҙерләй. Ҡайҙа урынлашҡан? Белорет ҡалаһы Өфөнән 250 саҡрым алыҫлыҡта ята. Автомобилдә, автобуста йә поезда барырға мөмкин.
Башҡортостандағы тау саңғыһы курорттары менән ошонда танышырға мөмкин: https://vk.cc/cjLSYb.