Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Декабрь 2022, 18:30

«Шыршыҡай, йәшә!»

Ошондай исемдәге  агитацион плакаттар конкурсын Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы ойоштора.

«Шыршыҡай, йәшә!»
«Шыршыҡай, йәшә!»

 Ул «Шыршыҡай йәшәргә теләй!», «Һәр йортҡа экологик Яңы йыл» номинациялары буйынса үткәрелә. Экологик конкурста ҡурсаулыҡтың участка урман хужалыҡтары, мәктәп уҡыусылары, балалар баҡсаларында тәрбиәләнеүселәр, педагогик коллективтар, экологик йүнәлешле йәмәғәт ойошмалары, урындағы халыҡ ҡатнаша ала. Йомғаҡтар 27 декабрҙә «Бәйләнештә» төркөмөндә Южно-Уральский заповедник (vk.com)  иғлан ителәсәк. Ҡатнашыусы һәр номинация буйынса эштәрен тәҡдим итә ала.

Конкурсҡа төрлө техникала эшләнгән плакаттар (компьютер графикаһы, фотомонтаж, гуашь/акварель/тушень/пастель/ҡәләмдәр һ.б.) ебәрергә мөмкин. Плакаттарҙың тексы ҡыҫҡа, үҙенсәлекле булырға тейеш.  Һүрәттәрҙең үлсәме А3 форматынан кәм булмаҫҡа тейеш.

Ебәрелгән эштәрҙә авторҙың исем-шәрифе, мәктәп йәки балалар баҡсаһы, класы (төркөм, коллектив һәм башҡалар), етәксеһе, бәйләнеш телефоны, электрон почтаһы, адресы күрһәтелеүе мотлаҡ. Урындағы халыҡ ҡатнашҡан осраҡта: исем-шәрифе, вазифаһы, адресы, бәйләнеш телефоны, электрон почтаһы.

Эштәр 23 декабргә тиклем түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә:

453560, Белорецкий район, п. Реветь, Центральная усадьба заповедника, отдел ЭПД

йәки ошо электронный адрес буйынса: [email protected].

Тулыраҡ мәғлүмәтте 8 (962) 534-06-08 телефоны йәки  Южно-Уральский заповедник (vk.com) төркөмөндә алырға мөмкин.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: