Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Декабрь 2022, 21:16

Гүзәл Ситдиҡова — Башҡортостандың халыҡ шағиры

Талантлы шағирәне ҡотлайбыҙ!

Гүзәл Ситдиҡова — Башҡортостандың халыҡ шағиры
Гүзәл Ситдиҡова — Башҡортостандың халыҡ шағиры

Бөгөн үткән БР Яҙыусылар союзының XIX съезында Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы Ситдиҡоваға абруйлы награда - «Башҡортостандың халыҡ шағиры» исеме тапшырылды. 

Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы Ситдиҡова 1952 йылдың 10 июнендә Белорет районының Инйәр ауылында тыуған. Белорет педагогия училищеһын, 1980 йылда Силәбе дәүләт мәҙәниәт институтын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын Белорет ҡалаһындағы 1-се интернат-мәктәптә тәрбиәсе булып башлай. Артабан Белорет районы һәм ҡала гәзите «Урал»дың мөхәррире булып эшләй.

Гүзәл Ситдиҡова — тиҫтәнән ашыу китап авторы.

Республика Башлығы указына ярашлы, 2017 йылда яҙыусы һәм тәржемәсе Гүзәл Ситдиҡоваға «Ҡолонсаҡ — арғымыҡ булыр бер саҡ» китабы өсөн Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика дәүләт премияһы бирелде.

Гүзәл Ситдиҡова «ЛиФФт-2017» Бөтә Рәсәй әҙәби фестивалдәр фестивале конкурсында еңеүселәрҙең береһе булды. Ул Марина Цветаеваның «Принц һәм аҡҡоштар» һәм «Иҫке Мәскәүҙең өйҙәре» шиғырҙарын тәржемә иткәне өсөн беренсе урын яуланы.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас в