16 декабрҙә Халыҡ-ара бизнес аҙналығында Башҡортостан инвестиция торошон яҡшыртыуға һәм иҡтисадына тос өлөш индергән белгестәр бүләкләнде.
Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров һүҙҙәренсә, форум майҙансығы бизнес һәм власть араһында диалог булдырыу маҡсатында булдырылған.
- Башҡортостандың эшлекле берләшмәләре эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтә, уларға яңы мөмкинлектәр булдыра. Республикабыҙҙың бизнес-мөхите Инвестиция климатының милли рейтингында лайыҡлы урын алды. Һәр башланғыс һәм проект быға үҙ өлөшөн индерҙе. Тап һеҙҙең көстәр менән киләсәккә нигеҙ һалына. Башҡортостан үҫешендә яңы уңыштар булыр тип ышанам, – тине республика Хөкүмәте рәйесе.
Был хаҡта Радий Хәбиров та Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай мөрәжәғәт иткәндә әйтте.
– Һуңғы өс йылда беҙҙә инвестициялар күләме 31 процентҡа артты. Был - яҡшы үҫеш. Был һандар ғына түгел, яңы производстволар һәм эш урындары. Иң мөһиме, Рәсәй һәм сит ил инвесторҙары Башҡортостанға ышана. Беҙҙә эшләй беләләр, ярҙам итәләр һәм яҡшы шарттар бар, – тигәйне төбәк етәксеһе.