Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Декабрь 2022, 12:44

79 йәшлек Ишйәр олатай алғы һыҙыҡҡа биш мейес ебәргән!

Көйөргәҙе районының Свобода ауылынан Ишйәр Йомағолов ғүмер баҡый колхозда иретеп йәбештереүсе булып эшләгән.

79 йәшлек Ишйәр олатай алғы һыҙыҡҡа биш мейес ебәргән!
79 йәшлек Ишйәр олатай алғы һыҙыҡҡа биш мейес ебәргән!

Көйөргәҙе районының Свобода ауылынан 79 йәшлек Ишйәр Хәйбулла улы Йомағоловтың изгелеге хаҡында район башлығы Юлай Ильясов яҙып ебәргән.

«Мобилизацияланған һалдаттарға гуманитар ярҙам йыйыуыбыҙ тураһында иғлан иткәс, Ишйәр ағай иң тәүгеләрҙән булып биш мейес яһаны. Улар СВО биләмәһенә ебәрелде.

Ә бөгөн Өфөнән Ишйәр ағайға Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хатын ебәргәндәр. Бүләкте мотлаҡ уға тапшырырбыҙ», - тип яҙған Юлай Ильясов.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: