Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Декабрь 2022, 21:00

ЗӘҺӘР ҠЫШ

(бер шиғыр - ике телдә)   Ҡыш башланып ҡына тора. Алда әле миҙгеле. Быйылғыһы килеп инде Әрһеҙ ҡунаҡ шикелле.   Килеп инде лә ташланы Тунын аяҡ аҫтына. Тынын, зәһәр тынын бөркөп, Ҡунды түрҙең башына.   Ҡараштарҙы өшөттөрөп, Төшөп тора ҡар күҙе. Ҡар күҙендә - зар ҙа һағыш. Ҡар төҫөндә - ҡан эҙе.   Бер туңдыра, бер яндыра Ҡышҡы мәлдең һалҡыны. Ап-аҡ ҡыштың ҡуйынында - Ҡара һуғыш ялҡыны.   Үҙәктәргә үтте был ҡыш. Мәңге бөтмәҫ тойола. Бында тынмай ҡарҙар яуа. Унда ҡандар ҡойола.   Ҡыуып сығараһы ине Өйҙән зәһәр һыуыҡты, Елкәһенән елтерәтеп, Илдән ҡәһәр һуғышты.   Һуғыш тыны, туң ҡыш тыны Һауаларҙа бөркөлә. Күңел көтә яу үтерен, Яҙ килерен иртәгә…   Мөнир Иҡсанов  

ЗӘҺӘР ҠЫШ
ЗӘҺӘР ҠЫШ

(бер шиғыр - ике телдә)

 

Ҡыш башланып ҡына тора.

Алда әле миҙгеле.

Быйылғыһы килеп инде

Әрһеҙ ҡунаҡ шикелле.

 

Килеп инде лә ташланы

Тунын аяҡ аҫтына.

Тынын, зәһәр тынын бөркөп,

Ҡунды түрҙең башына.

 

Ҡараштарҙы өшөттөрөп,

Төшөп тора ҡар күҙе.

Ҡар күҙендә - зар ҙа һағыш.

Ҡар төҫөндә - ҡан эҙе.

 

Бер туңдыра, бер яндыра

Ҡышҡы мәлдең һалҡыны.

Ап-аҡ ҡыштың ҡуйынында -

Ҡара һуғыш ялҡыны.

 

Үҙәктәргә үтте был ҡыш.

Мәңге бөтмәҫ тойола.

Бында тынмай ҡарҙар яуа.

Унда ҡандар ҡойола.

 

Ҡыуып сығараһы ине

Өйҙән зәһәр һыуыҡты,

Елкәһенән елтерәтеп,

Илдән ҡәһәр һуғышты.

 

Һуғыш тыны, туң ҡыш тыны

Һауаларҙа бөркөлә.

Күңел көтә яу үтерен,

Яҙ килерен иртәгә…

 

Мөнир Иҡсанов

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: