+7 °С
Ясна
– Был һарай Башҡортостан йыйылмаһына бихисап миҙалдар алып килгән беҙҙең фехтовальщиктарға, олимпиецтарға рәхмәтебеҙҙе белдереү ул. Беҙҙә ҙур спорт объекттарына бөйөк спортсыларҙың исемен биреү йолаһы бар. Был үҙәк РСФСР-ҙың һәм СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, былтыр арабыҙҙан киткән Рәмил Исмәғил улы Әйүповтың исемен йөрөтәсәк. Был ҡарар бер тауыштан ҡабул ителде. Бында мотлаҡ рәүештә Рәсәй спортының данын арттырасаҡ яңы чемпиондар тәрбиәләйәсәкбеҙ, – тип яҙа республика Башлығы Радий Хәбиров.