Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Декабрь 2022, 14:43

«Тыуған ергә һөйөүебеҙҙе реаль эштәр аша белдереү - шәп механизм»

БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайы депутаты Тимур Ғилмийәров республика Башлығының Мөрәжәғәтнамәһен юғары баһаланы. 

«Тыуған ергә һөйөүебеҙҙе реаль эштәр аша белдереү - шәп механизм»
«Тыуған ергә һөйөүебеҙҙе реаль эштәр аша белдереү - шәп механизм»

«Ысынлап та, бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттарға ҙур иғтибар бирелә. Бер ниндәй осраҡта ла беҙ уларҙы оноторға тейеш түгелбеҙ. Беҙ илһөйәрлек рухын нығытырға тейешбеҙ, ә быны бөтәһе лә әлеге хәлгә битараф булмаған осраҡта ғына эшләргә мөмкин. Республикала бер-бер артлы өс ирекле батальондың булдырыуы ла дәүләт тарафынан хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ҡарата яҡшы иғтибар булыуын күрһәтә. Егеттәр үҙҙәре һәм ғаиләләре ярҙамһыҙ ҡалмаҫын яҡшы аңлай», - ти Тимур Ғилмийәров.

Депутаттың һүҙҙәренсә, Радий Хәбиров республикабыҙҙың санкция баҫымына бирешмәүе һәм предприятиеларҙың аяуһыҙ шарттарға ҡулайлашып ең һыҙғанып эшләүе менән ғорурлана.

«Республика етәксеһе беҙҙең ауыл хужалығы эшсәндәрен билдәләп үтте. Улар быйыл биш миллиондан ашыу иген йыйҙы һәм рекорд ҡуйҙы. Үҙемдән шуны өҫтәгем килә, бөгөн ауыл хужалығы тармағына өҫтәмә ярҙам кәрәк. Ҙур күләмдә уңыш йыйыу ғына етмәй, уны тейешенсә һаҡлауҙы һәм эшкәртеүҙе тәьмин итергә кәрәк. Ә бының өсөн инвесторҙар йәлеп итергә һәм яңы ярҙам саралары булдырырға кәрәк», - тине депутат.

Шулай уҡ Тимур Ғилмийәров Радий Хәбировтың киләһе йылды Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр эшләү йылы тип иғлан итеүен юғары баһаланы.

«Был дөрөҫ. Беҙҙә республикабыҙ, кесе Ватаныбыҙ өсөн яуаплылыҡ тойғоһо, илебеҙҙе тыныс, тотороҡло итеп күрергә ынтылыу тәрбиәләнергә тейеш. Беҙ йыш ҡына совет осоро менән сағыштырып, йәш быуынды патриотик тәрбиәләүҙе күҙ уңынан ысҡындырҙыҡ, тибеҙ. Әммә иң тәүҙә эште үҙебеҙҙән башларға кәрәк. Тыуған ергә һөйөүебеҙҙе реаль эштәр аша белдереү - шәп механизм».

Мөрәжәғәтнамә мәғлүмәткә бай булды, республикабыҙҙың бөтә өлкәләрен дә айҡап алды, иң мөһиме, кадрҙар әҙерләүгә ҡағылды, тип иҫәпләй депутат.

«Иң мөһим һәм төп бурыс - Мөрәжәғәтнамәлә әйтелгәндәрҙе тормошҡа ашырыу! Беҙ, депутаттар, был эштә ярҙам итербеҙ, властарҙе контролә тоторбоҙ тип ышанам. Сөнки бөгөнгө шарттарҙа хаталар булырға тейеш түгел. Үҙ мәнфәғәттәрен ҡайғыртҡан һәр етәксе - ул һатлыҡйән, тыуған иленә хыянат итеүсе һәм бындайҙар беҙҙең арала булырға тейеш түгел», - тине Тимур Ғилмийәров.  

 
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: