Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Декабрь 2022, 15:57

«Радий Хәбиров йәмәғәт киңлектәрен ойоштороуға айырыуса иғтибар бирҙе»

БР Йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе Шамил Вәлиев һүҙҙәренсә, Радий Хәбиров Башҡортостанға етәкселек итә башлау менән республикабыҙҙың ҡала һәм ауыл мөхите яҡшы яҡҡа үҙгәрә, камиллаша, заманса төҫ ала.

«Радий Хәбиров йәмәғәт киңлектәрен ойоштороуға айырыуса иғтибар бирҙе»
«Радий Хәбиров йәмәғәт киңлектәрен ойоштороуға айырыуса иғтибар бирҙе»

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Ул айырыуса йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү һәм ойоштороу һорауына иғтибар бирҙе.

Республика етәксеһе әйтеүенсә, халыҡтың хыялы — таҙа һәм төҙөк ауыл-ҡалаларҙа йәшәү. Һуңғы йылдарҙа был эшкә бик күп көс һалына. Көрсөк һәм финанс ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан, йыл һайын был маҡсатта кәмендә ике миллиард һум аҡса бүленә. Бынан тыш, федераль бюджеттан ярҙам йүнәлтелә, быйыл ул 3,9 миллиард һум тәшкил иткән.

Дүрт йылда 7413 күп фатирлы йорт подъезы ремонтланған, 560 йәмәғәт биләмәһе һәм 1120 ихата төҙөкләндерелгән. Был йүнәлештәрҙә эштәр дауам итәсәк, финанслау ҙа ҡаралған.

БР Йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе Шамил Вәлиев һүҙҙәренсә, Радий Хәбиров Башҡортостанға етәкселек итә башлау менән республикабыҙҙың ҡала һәм ауыл мөхите яҡшы яҡҡа үҙгәрә, камиллаша, заманса төҫ ала. Ҡалалар һәм ауылдар йәмләнә. Яңы инфраструктура тиҫтә йылдар хеҙмәт итәсәк. Әгәр кешеләр уңайлы шарттар йәшәй икән, уларҙың ситкә күсеп китеү теләге тыумаясаҡ.

— Граждандың торлағы тирәләй уңайлы мөхит булдырыу — Башҡортостан Башлығының эшенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе. Был эштең һөҙөмтәләре беҙҙең социаль хәлебеҙгә һәм тормош сифатыбыҙға ныҡ йоғонто яһай. Кешенең кәйефе лә, эшләргә ынтылышы ла ошонан тора. Инфраструктура объекттарын төҙөүҙән, сәнәғәтте үҫтереүҙән, яңы эш урындары булдырыуҙан тыш, Радий Хәбировтың ауыл һәм ҡала мөхитен яҡшыртыу йүнәлешен билдәләүе, киләһе йылды Атайсал өсөн файҙалы ғәмәлдәр ҡылыу йылы тип атауы күп нәмә хаҡында һөйләй, — тине Шамил Вәлиев.

Шамил Вәлиев әйтеүенсә, заманса йәмәғәт киңлектәре Өфөлә генә түгел, республикабыҙҙың барлыҡ бәләкәй ҡалаларында ла булдырыла. Һәр ерҙә лә халыҡ өсөн уңайлы шарттар булдырыла.

— Был билдәләүсе фактор. Хәҙер кешеләр үҙҙәренә оҡшаған һәм уңайлы булған урында йәшәргә тырыша. Балалар менән ял итеү, спорт һәм ижад менән шөғөлләнеү, дуҫтар менән осрашыу өсөн уңайлы булған урындарҙы һайлай. Беҙ һеҙҙең менән 2020 йылда карантинда ултырғанда бының мөһимлегенә инандыҡ. Уңайлы мөхит, заманса йәмәғәт киңлектәре кешеләрҙе бәхетле итә. Йорттан алыҫ китмәй генә осрашыуҙар үткәреү, яҡшы һәм файҙалы ял итеү мөмкинлеген халыҡ өсөн мөһим.

Киләһе йыл Атайсал өсөн файҙалы эштәр ҡылыу йылы тип иғлан ителеүе «Атайсал» проектының үҫешенә этәргес буласаҡ, ти Шамил Вәлиев.

— Был беҙҙең урындағы специфика. Республикабыҙҙың һәр кешеһе үҙенең тирә-яғын, кесе Ватанын яҡшыртырға тырыша. Бындай миҫалдар бар. Улар күңелгә йылы бирә.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: