Властарҙең бөтә эше халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелмәгән булырға тейеш, тине Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда Радий Хәбиров.
«Ә нимә ул яҡшы йәшәү шарттары? Был - эш, һәйбәт медицина, мәғариф, уңайлы мөхит, спорт һәм мәҙәниәт.
Бөгөн республикала эшһеҙлек – тарихи минимумда. Был факт. Әммә хәҙер башҡаһы борсой – күп предприятиела эшсе ҡулдар етмәй. Ә сәнәғәт бит хәҙер әүҙем үҫешә. Был республикабыҙ, уның иҡтисады, үҫеше өсөн мөһим мәсьәлә.
Хеҙмәт Кешеһе тормошобоҙҙа иң мөһиме булырға тейеш. Беҙ яңыраҡ ҡына Һөнәри белем биреүҙе, лайыҡлы хеҙмәт шарттарын һәм хеҙмәт династияларын яңыртыу йылына йомғаҡ яһаныҡ. Урта һөнәри белем биреү системаһында ыңғай һөҙөмтәләр күҙәтелә. Әммә быйылғы йыл менән генә сикләнеп ҡалырға ярамай, хеҙмәт кешеһенә һәр саҡ һәм һәр ҡайҙа ла хөрмәт һәм ихтирам күрһәтергә кәрәк. Залда ултырған коллегаларыма, етәкселәргә мөрәжәғәт итәм, шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ, эшебеҙҙең нигеҙендә хеҙмәт кешеһенә, ғөмүмән, кешегә хөрмәт булырға тейеш. Быны республика эш башлағандың тәүге көнөнән әйтә киләм», - тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһенең һүҙҙәренсә, иң төп бурыс – яҡшы эш хаҡы һәм уңайлы хеҙмәт шарттары булдырыу.
«Беҙ Башҡортостандағы уртаса эш хаҡын атаһаҡ – ул әле 50 мең һумға етеп килә – күптәр аптырай. Эйе, был уртаса һан, Росстат әҙерләгән. Шул уҡ ваҡытта шуны күҙ уңында тоторға кәрәк, эш хаҡы кимәле буйынса – беҙ төбәктәр араһында беренсе унлыҡта түгел».