Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Декабрь 2022, 17:17

Башҡортостанда Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе эшләй башлай

Республика биләмәһендә Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе эшләй башлай. Балалар һәм йәштәрҙең дөйөм Рәсәй ижтимағи-дәүләт хәрәкәте – ул балалар менән берлектә булдырылған берҙәм хәрәкәт.

Башҡортостанда Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе эшләй башлай
Башҡортостанда Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе эшләй башлай

13 декабрҙә Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәтенең стратегик сессияһын һәм презентацияһын үткәрҙе. Сарала «Рәсәй Йәштәр союзы», «Рәсәй уҡыусылары хәрәкәте», «Башҡортостан пионерҙары», «ЮНАРМИЯ», «Хәүефһеҙлек мәктәбе», «Йәш журналистар лигаһы», «Рәсәй студент отрядтары», «Оло тәнәфес», «Йәштәрҙең граждандар мәғрифәтселек союзы», «Ирекмәндәр үҙәктәре ассоциацияһы», «Республика ирекмәндәр хәрәкәтенә булышлыҡ итеү үҙәге» кеүек балалар-үҫмерҙәр ойошмаларының 60 активисы ҡатнашты. Стратегик сессияға ярашлы, балалар Башҡортостанда хәрәкәтте үҫтереү концепцияларын тәҡдим итте.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: