-13 °С
Болотло
Иглин районында билдәһеҙҙәр тибендә йөрөгән 14 йылҡы малын урлап ҡасҡан. Аттарҙың көтөүсеһе шунда уҡ малды эҙе буйынса эҙләй башлаған.
Аттар юғалған ерҙән 20 саҡрым алыҫлыҡта, Михайловка ауылы янында табылған. Уларҙың һигеҙен атҡандар, алтауһын тураҡлағандар...
Хужалыҡҡа килтерелгән зыян күләме 1, 5 миллион һум тип баһалана. Әле тикшереү үткәрелә. Быға ҡайһы вәхшиҙең ҡулы барғандыр, ҡот осҡос.