Ошо көндәрҙә Туймазы районының ЗАГС бүлегендә өс игеҙ баланы теркәгәндәр: ата-әсәһе ҡыҙҙарға — Луиза һәм Рузана, ә малайға Самир тип исем ҡушырға ҡарар иткән. Быға тиклем ғаиләлә тағы ла бер бала тәрбиәләнгән.
ЗАГС хеҙмәткәрҙәре бәхетле ата-әсәне ҡотлап, тыуыу тураһында таныҡлыҡ тапшырҙы һәм бәпестәргә һаулыҡ-сәләмәтлек теләне.
Төбәк ҡануниәтенә ярашлы, хәҙер күп балалы Әүәзовтар ғаиләһе сираттан тыш торлаҡ сертификаты алырға мөмкин. Шулай уҡ ставкаһы 6 проценттан юғары булмаған ипотека алыу хоҡуғы бирелә. Бынан тыш, ғаилә әсәлек капиталы аласаҡ — әле уның күләме 693 144 һум. Ипотеканы ҡаплауға 450 мең һум, бушлай ер участкаһы йәки 250 мең һум аҡса аласаҡ.
Бәпестәргә һәм уларҙың ата-әсәһенә һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ!