Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Декабрь 2022, 08:02

Йәш шағирҙар өсөн бәйге

Башҡорт теле көнө алдынан «Йәш шағир» конкурсы үткәрелә.

Йәш шағирҙар өсөн бәйге
Йәш шағирҙар өсөн бәйге

Ул 12-еһенән 14 декабргә тиклем Өфө ҡалаһының белем усаҡтарында уҡыусылар һәм балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре араһында уҙғарыла.

Бәйгелә ҡатнашыу шарттары:

– Байрамға арнап башҡорт телендә дүрт юллыҡ шиғыр яҙырға;

– Уны яттан һөйләп, видеоға төшөрөргә һәм «Бәйләнештә» селтәренә ҡуйып, ҡатнашыусының исем-шәрифтәрен, йәшен, белем биреү ойошмаһының исемен яҙырға,
#Йәш_шағир
#Уфа_День_башкирского_языка
#Уфа_образование

тигән хэштектарҙы ла ҡуйырға кәрәк.

Конкурс 14 декабргә 23:59-ға тиклем дауам итә, еңеүселәр 16 декабрҙә, шул иҫәптән иң күп лайк йыйған бер ҡатнашыусыны иғлан ителәсәк.

Ойоштороусы – Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең мәғариф идаралығы.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: