+21 °С
Болотло
Рәсәй Президенты матбуғат секретаре Дмитрий Песков әйтеүенсә, 2022 йыл аҙағына тиклем Рәсәй ғәскәрҙәрен Украина биләмәһенән сығарыу хаҡында һүҙ йөрөтөү мөмкин түгел.
«Теге яҡҡа бөгөнгө ысынбарлыҡты иғтибарға алырға кәрәк. Халыҡ референдумы һөҙөмтәләре буйынса Рәсәйгә яңы төбәктәр ҡушылды. Тыныслыҡҡа өлгәшеү өсөн уларҙы иҫәпкә алырға кәрәк буласаҡ», — тигән Песков.
Яңы ысынбарлыҡты иҫәпкә алмайынса мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу мөмкин түгел, тигән матбуғат секретаре.