Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Декабрь 2022, 14:02

Өмөтбайҙа оло шатлыҡ!

Баймаҡ районының Өмөтбай ауылы халҡы Украина сигендә хеҙмәт итеп ҡайтҡан һалдат Илнур Сәғәҙәтовты ҡаршы алған!

Өмөтбайҙа оло шатлыҡ!
Өмөтбайҙа оло шатлыҡ!

Был ҡыуаныслы хәбәр менән Баймаҡ районының Өмөтбай ауылы мәҙәниәт йорто төркөмөндә уртаҡлаштылар: 

- Заһир Һәм Гөлфиә Сәғәҙәтовтарҙың ҡыуанысы менән уртаҡлашабыҙ. Ил алдындағы бурысын үтәп һалдат Сәғәҙәтов Илнур Заһир улы ҡайтып төштө. Артабан егетебеҙгә тик уңыштар, яҡты көндәр насип булһын.

«Учебка»нан һуң Украина сигенә ебәрелеп, күпме борсолоу, йоҡоһоҙ төндәр.... яман төш булып ҡына ҡалһын. Мөхәббәтле ғаиләлә тыуып, көтөлгән ҡәҙерле бала, ҡурсаулы йән киҫәге булып ҡыуанып ҡайтты улыбыҙ. Ильнурыбыҙға бәләкәй нәмәләрҙән дә йәм тойоу өсөн оло һынау булды.

Туғандары, ата-әсәһе һағыныуҙың, көтөүҙең, ғаиләнең тәмен белде. Һеҙгә шатлыҡтары күберәк булған бәхетле тормош, оҙон ғүмер, һаулыҡ теләйбеҙ, ауыр саҡта беҙҙең менән бергә булған туғандарға, күршеләренә, бер туҡтауһыҙ борсолоп торған дуҫтарға, коллегаларыма рәхмәт. Шылтыратып һәр ваҡыт хәл белгән ауылдаштарға ҙур рәхмәт!

Мобилизация иғлан ителгәс, кешеләр борсола башланы. Ә әсәләрҙең апрель айынан улы өсөн ҡайғырып йоҡлай алмауҙары... Балаҡайы нимәләр генә кисермәне... Шөкөр, малайыбыҙ үҙ аяҡтары менән ҡайтып төштө. Тау башынан гармундар менән оҙатҡайныҡ, әле лә тотош ауыл менән гармун моңдары аҫтында ҡаршы алды уны ауылдаштары.

Егеттәребеҙ имен йөрөһөн, һәр ҡайһыһына ошолай бәхетле осрашыу минуттарын кисереп ҡыуанырға яҙһын!

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: