Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Декабрь 2022, 11:24

Хәбәрҙәр юҡ һинән бер ай инде Нисә көндәр төштәр болара...

Йылайыр районының Йомағужа ауылынан Рәсилә Теләүембәтова үҙ теләге менән махсус операцияла ҡатнашҡан ағаһына шиғыр арнап яҙған.

Хәбәрҙәр юҡ һинән бер ай инде Нисә көндәр төштәр болара...
Хәбәрҙәр юҡ һинән бер ай инде Нисә көндәр төштәр болара...

Йылайыр районынан махсус хәрби операцияға юлланыусы ир-егеттәр бихисап. Шулар араһында Йомағужа ауылынан тәүгеләрҙән булып Теләүембәтов Булат Ишмырҙа улы үҙ теләге менән Доставалов исемендәге башҡорт батальонына яҙылған һәм бөгөнгө көндә нацистарға ҡаршы көрәшә.

Һуғыш яланында ағайым
Дошман уты аҫтында,
Зинһар өсөн һаҡла үҙеңде
Ҡарап йөрө алды-артыңды.
Беҙҙең ҡылған изге доғалар
Ҡурсалаһын бер үк үҙеңде,
Түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ
Тыуған йортҡа ҡайтыр көнөңдө.
Нисек кенә ауыр булһа ла
Йылмайыуың китмәй йөҙөңдә.
Һеңлем, барыбер ҡайтам, тинең
Өмөт сатҡылары һүҙеңдә...
Ышанабыҙ, бирешмәҫһең
Һындырһалар ҙа, һынмаҫһың
Ҡыуанысҡа һалып барыбыҙҙы
Ғорур атлап ҡайтып инерһең...
Хәбәрҙәр юҡ һинән бер ай инде
Нисә көндәр төштәр болара...
Беҙ көтәбеҙ өмөт өҙмәйенсә...
Тик һин генә, зинһар, ҡайт инде...

Йомағужа егетенә имен-һау ҡайтырға яҙһын!

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: