Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Декабрь 2022, 10:11

Мобилизацияланғандар түләүҙе МФЦ-ла юлларға мөмкин

2022 йылдың 6 декабренән Күп функциялы үҙәктең барлыҡ офистарында мобилизацияланған граждандарҙың ғаилә ағзаларына бер тапҡыр бирелә торған түләү алыуға документтар ҡабул ителә башланы.

Документтар исемлеген ошо һылтанма буйынса ҡарарға мөмкин: https://mfcrb.ru/?p=138630

Түләү 2022 йылдың 26 декабренә тиклем күсә. Мобилизацияланғандарға был түләү хеҙмәт өсөн аҡса күскән карталарына киләсәк.

Күп функциялы үҙәк ярҙамында түләүҙе нисек алырға? Башҡортостандың Күп функциялы үҙәге директоры урынбаҫары Эльвира Ғәбдрәхимова аңлата.

Махсус брифингтың тулы яҙмаһын күрһәтелгән һылтанма буйынса ҡарағыҙ: https://vk.com/wall-201146046_59853

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас в