Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Декабрь 2022, 10:30

«Юлың ошо һөттәй аҡ булһын, балаҡайым!»

Бөрйән районының [https://vk.com/id423230259|Исламбай ауылы китапханаһы] төркөмөндә хәбәр ителеүенсә, хәрби хеҙмәткә юлланған егетте ағинәйҙәр менән бергәләп йырлап-бейеп, йола буйынса оҙатҡандар.

«Юлың ошо һөттәй аҡ булһын, балаҡайым!»
«Юлың ошо һөттәй аҡ булһын, балаҡайым!»

«Һалдатҡа оҙатыу – боронғо йолаларҙың береһе. Гөлфиә һәм Илфат Әхмәтйәновтарҙың өлкән улдары хәрби хеҙмәткә алынды. Уны - Айнур Илфат улын - ағинәйҙәр менән бергәләп матур итеп йырлап-бейеп, йола буйынса оҙаттыҡ. Буласаҡ һалдатҡа иң изге теләктәребеҙҙе еткерҙек.

Һәр атай-әсәй балаһын йыраҡ юлға оҙатҡанда үҙ кәңәштәрен, хәйер-фатихаһын бирә. «Юлың ошо һөттәй аҡ булһын, балаҡайым, тешләгән икмәгең ҡайтҡаныңды көтөп, өйгә саҡырып торһон. Алла бирһә, хеҙмәт итеп ҡайтҡас, ҡалған һыныҡты ашарһың», - тип әсәһе һөт эсереп, икмәк тешләтте. Буласаҡ һалдаттың туғандары, дуҫтары, ауылдаштары ла фатихаларын биреп, егеткә бурысын намыҫ менән үтәп ҡайтыуын теләне. Аҡ юл һиңә, ил һаҡсыһы! Изге бурысыңды намыҫ менән үтәп ҡайтырға яҙһын, йөрөгән юлдарыңда фәрештәләр һаҡлап торһон!» - тиелә Флүзә Әхмәтйәнованың яҙмаһында.

Әйткәндәй, Исламбай ауылы «Айыҡ ауыл-2022» республика конкурсының муниципаль этабында һынау тота.

Һалдатҡа беҙ ҙә изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: