-2 °С
Ҡар
Благовещен ҡалаһы Советы депутаты Сергей Жуков социаль селтәргә Башҡортостандан мобилизацияланған яҡташтарыбыҙҙың фотоһын һалған. Егеттәр ҡала мэрына транспорт һәм медицина кәрәк-яраҡтары һатып алыуҙа ярҙам һорап килгән булған.
Социаль селтәрҙә халыҡ бындай «һүрәтте» хупламаған.
Сергей Жуков үҙе аңлатырға маташҡан, ҡул аҫтында башҡа «йылмайлик»тар булманы, тигән ул. Уның ҡарауы, яңылыҡ халыҡҡа тиҙ таралды һәм хәрбиҙәргә бөтә кәрәкле әйбер табылды, тип өҫтәгән.