БР Хөкүмәте премьеры-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре менән берлектә йылға-күлдәрҙе ҡарап сыҡты.
«Бөгөн боҙ торошон тикшереү маҡсатында Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан коллегаларыбыҙ менән бергә Өфөнән алып Нуриман районының Павловка ауылына тиклем йылғаларҙы ҡарап сыҡтыҡ. Көндәр һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, йылғаларҙа асыҡ урындар бар һәм боҙ йоҡа. Шуға күрә балыҡсылар йыйылған урындарға туҡталдыҡ, иҫкәрмәләр тараттыҡ, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре хаҡында һөйләнек.
Республика халҡын һаҡ булырға саҡырам һәм йоҡа боҙға сыҡмаҫҡа кәңәш итәм. 1 ноябрҙән 6 кеше һәләк булып өлгөргән, шул иҫәптән бер бала», - тип яҙған социаль селтәрҙә Ирек Сәғитов.