«Бөгөнгө «Башҡорт йыры» сараһында иң тетрәндергәне, махсус хәрби операцияла үҙ бурысын үтәүсе йырсылар сәләме булды. Әлфир Заманов менән Фларид Бирғәлиндең сығышына халыҡ аяҡ үрә тороп яуапланы. Күңел тулды, әммә ышаныс ҙур, егеттәр, һеҙҙе имен-һау килеш киләһе «Башҡорт йыры» сәхнәһендә көтөп ҡалабыҙ. Фларид Бирғәлинде еңеүе менән ҡотлайбыҙ», - тип яҙған «Ҡурай-ТВ» телеканалының директоры Рита Өмөтбаева.
Видео: Рита Өмөтбаева.