«Рәсәйҙең йәштәр ҡалаһы» Бөтә Рәсәй конкурсы аҙағына яҡынлаша. Унда илебеҙҙең төрлө мөйөшөнән 59 ҡала ҡатнашҡайны.
Эксперттар ҡалаларға төрлө яҡлап баһа бирҙе, шул иҫәптән йәштәр өсөн эшләнгән ижади проекттарҙы, ҡала традицияларын, мәғлүмәти асыҡлығын баһаланы. Финалға ете ҡала үтте. Улар араһында Волга буйы федераль округынан Түбәнге Новгород ҡалаһы бар. Әлегә беҙҙең округтың баш ҡалаһы алдынғылыҡты бирмәй – уға йөҙ меңдән ашыу кеше тауыш биргән, әммә Владивосток үксәгә баҫып килә. Тауыш биреү 10 декабргә тиклем дауам итәсәк һәм эксперттар баһаһы менән бергә иҫәпләнәсәк. Росмолодежь йә «Йәштәр йорто»ноң рәсми сайттарында тауыш бирергә мөмкин: https://dom.fadm.gov.ru/#voting
Еңеүсене 23 декабрҙә «Йәштәр дәүере» премияһын тапшырыу тантанаһында иғлан итәсәктәр.