Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Декабрь 2022, 21:05

Радий Хәбиров 2022 йылға йомғаҡ яһай

Ул «Вместе-РФ» телеканалына интервью бирҙе.

Радий Хәбиров 2022 йылға йомғаҡ яһай
Радий Хәбиров 2022 йылға йомғаҡ яһай

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Федерация Советының «Вместе-РФ» телеканалына интервью бирҙе, 2022 йылға йомғаҡ яһаны һәм төбәк алдында торған төп бурыстар хаҡында һөйләне. 

Төп йүнәлештәрҙең береһе – Донбасс халҡына һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү. Башҡортостан шефлыҡҡа алған биләмәнең объекттарын тергеҙә, гуманитар ярҙам ебәрә, мәжбүри күскенселәрҙе ҡабул итә.

– Өфөлә республика координация үҙәге булдырылды. Айына бер тапҡыр ҙур гуманитар ярҙам ебәрәбеҙ. Рәсәйҙе һаҡларға киткән егеттәрҙең өйөндә ғаиләләре ҡалды. Тимәк, беҙ улар хаҡында хәстәрлек күрергә тейеш.

Башҡортостан СВО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү саралары булдырылды, унда 30 төр ярҙам инә. Бынан тыш, Яңы йылға мобилизацияланғандар һәм уларҙың ғаилә ағзалары 20 мең һум күләмендә түләү аласаҡ.

– Предприятиелар менән уртаҡ эшебеҙ һөҙөмтәһендә яңы сит ил партнерҙары табабыҙ, логистик сылбыр төҙөйбөҙ. Төрлө дәүләттәр санкциялар индерҙе, әммә донъя күпкә ҙурыраҡ. Яныбыҙҙа туғандан дәүләттәр бар, ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса бергә үҫешәбеҙ. Мәҫәлән, Беларусь етәкселеге һәм предприятиелары менән хеҙмәттәшлек нығытылды, – тине Радий Хәбиров.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: