Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Декабрь 2022, 13:37

Кураторлыҡ институты проекттары хаҡында һөйләштеләр

Радий Хәбиров Волга буйы федераль округы Советы ултырышында ҡатнашты.

Кураторлыҡ институты проекттары хаҡында һөйләштеләр
Кураторлыҡ институты проекттары хаҡында һөйләштеләр

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеобәйләнеш аша Волга буйы федераль округы Советы ултырышында ҡатнашты. Уны РФ Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары, округ кураторы Дмитрий Чернышенко һәм Президенттың Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров үткәрҙе.

Сарала Хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин раҫлаған кураторлыҡ институты проекттары хаҡында һөйләштеләр.

– Округтың төбәктәре менән берлектә проекттарҙы әҙерләү һәм һайлап алыу буйынса ҙур эш атҡарабыҙ. Улар төрлө тармаҡта социаль-иҡтисади үҫешкә йүнәлтелгән проекттар. Йыл ярым ваҡыт эсендә кураторлыҡ институты булдырылғандан алып яңы бурыстар килеп тыуҙы. Быйыл проекттарҙы төҙөп бөтөп барабыҙ, ниһайәт, – тине Игорь Комаров.

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко һүҙҙәренсә, Волга буйы федераль округы кураторлыҡ институты проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса бөтә округтар араһында өсөнсө урында килә.

– Санкциялар арҡаһында проекттарҙы яңынан үҙгәртеп ҡорҙоҡ. Улар барыһы ла уникаль, халыҡҡа кәрәкле. Беҙҙең төп бурыс – улар ярҙамында халыҡ тормошон яҡшыртыу, – тине Дмитрий Чернышенко.

Атап әйткәндә, һүҙ милли проекттарҙы, дәүләт программаларын тормошҡа ашырыу, федераль министрлыҡтар менән эшләү хаҡында барҙы, яңы күрһәтмәләр бирелде, бурыстар ҡуйылды.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас в