Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Декабрь 2022, 14:30

Исеме ҡайтты дан булып...

Кисә Бөрйән районының Яуымбай ауылында махсус операцияла батырҙарса һәләк булған гвардия майоры Кинйәкәйев Инсур Вәлий улына хәтерташ асылды.

Исеме ҡайтты дан булып...
Исеме ҡайтты дан булып...
 

Инсур Кинйәкәйев уҡыған мәктәптә хәтерташ асыу инициативаһын ауыл халҡы, класташтары күтәреп сыҡҡан.

Сарала район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Венера Вәлиева, район ветерандар советы, райондың ветеран десантсылары,диңгеҙселәре, разведкала, сик һағында хеҙмәт итеүселәре, Яуымбай мәктәбе коллективы, алыҫ араларҙы яҡын итеп килеүсе туғандары, дуҫ-иштәре, класташтары, ауылдаштары ҡатнашты.

Хәтерташты мәрхүм батырҙың әсәһе Разия Искәндәр ҡыҙы Кинйәкәйева менән район хакимиәте башлығының урынбаҫары Венера Фәрит ҡыҙы Вәлиевалар асты. Яҡындары һәм район халҡы ҡаһарман яугир хаҡында иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.

Инсурҙың йәне йәннәттә булһын, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Фото: "Таң" гәзите

Исеме ҡайтты дан булып...
Исеме ҡайтты дан булып...
Исеме ҡайтты дан булып...
Исеме ҡайтты дан булып...
Исеме ҡайтты дан булып...
Исеме ҡайтты дан булып...
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: