Был хаҡта Сыңғыҙ ауылы ағинәйҙәре етәксеһе Ишһылыу Рәжәпова хәбәр итә:
Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылында ҙур сара үттте. Бында мобилизацияланған ир-егеттәребеҙгә бағышлап ҡорбан салынды.
Украиналағы егеттәребеҙҙең ата-әсәләре, районыбыҙ мөхтәсибе Хәлил хәҙрәт Танһыҡҡужин, имам-хатиптар, ауыл биләмәһе башлығы Фуат Әхмәт улы Сәйетов, ауыл старостаһы, мәктәп уҡыусылары, ауылдаштарыбыҙ, ағинәйҙәр ҡатнашты.
Яугирҙарыбыҙ имен-һау әйләнеп ҡайтһын, кире ҡайтыр юлдары хәйерле булһын, тип доғалар ҡылды, теләктәр теләне. Сарабыҙ һуңында ваҡытлы матбуғат яҙмаларына яҙылдыҡ.