Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Декабрь 2022, 21:30

«Ҡанатһыҙ ҙа осорға мөмкин»

Рөстәм Нәбиев Африканың иң юғары нөктәһенә - Килиманджаро вулканына (5895 метр) менеп еткән.

«Ҡанатһыҙ ҙа осорға мөмкин»
«Ҡанатһыҙ ҙа осорға мөмкин»

Яҡташыбыҙҙың яңы үрҙе яулауы хаҡында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙҙы. 

«Йәшермәйем, был минең тормошомда иң ауыр тау булды. Әммә шуға ҡарамаҫтан, ҙур ғорурлыҡ менән тыуған илемдең флагын тауҙың түбәһенә ҡаҙаным!

Мин - Рөстәм Нәбиев, йәнә бөтә донъяға ҡанатһыҙ осорға мөмкин булыуын күрһәткән кеше, иң мөһиме: бейеклекте дөрөҫ һайларға!

Мине дүртенсе тау менән», - тип яҙҙы Рөстәм Нәбиев.

Афарин, Рөстәм!

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: