Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Декабря 2022, 17:49

Беҙҙекеләр Бөтә Рәсәй конкурсында һынатманы

Башҡортостан вәкилдәре «Вожатыйҙар лигаһы» Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе булды.

Беҙҙекеләр Бөтә Рәсәй конкурсында һынатманыБеҙҙекеләр Бөтә Рәсәй конкурсында һынатманы
Беҙҙекеләр Бөтә Рәсәй конкурсында һынатманы

Быйыл конкурсҡа илдең 84 төбәгенән 8 меңгә яҡын ғариза килгән. «Мин - вожатый», «Мин - напарник» һәм «Мин - команда» һынауҙарынан торған конкурстың ситтән тороп ойошторолған этабында алты номинацияла 300 кеше финалға һайлап алынды. Улар араһында эксперттар еңеүселәрҙе билдәләне. Иң-иңдәр араһында Башҡортостан Республикаһы вәкилдәре лә бар. «Вожатыйҙар - ваҡытлыса балалар коллективтары менән эшләүсе остаздар» номинацияһында – Эльвира Ефремова (Бөрө ҡалаһы), «Өлкән вожатыйҙар» номинацияһында Айрат Сакаев (Өфө ҡалаһы) бүләкләнде. Уларҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас