Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Декабрь 2022, 19:30

«Башҡортостанға ҡайтыуыбыҙ ихтимал»

Әлшәй районының Раевкаһынан сыҡҡан билдәле гимнастка Ләйсән Үтәшева тыуған ауылына ҡайтырға йыйынамы? 

«Башҡортостанға ҡайтыуыбыҙ ихтимал»
«Башҡортостанға ҡайтыуыбыҙ ихтимал»

Яҡташыбыҙ, билдәле гимнастка Ләйсән Үтәшева ТВ-3 каналында «Наследники и самозванцы» тигән яңы тапшырыуҙың алып барыусыһы булды. Унда Рәсәй йырсылары һәм артистары үҙҙәренең ҡурҡыуҙарына ҡаршы сыға, төрлө мистик ваҡиғалар тураһында һөйләй. 

– Мин юғарынан ебәрелгән билдәләргә ышанам. Табиптар аяғымды ҡотҡарған саҡта күктә ике ҡатлы Салауат күпере пәйҙә булды. Донъяға яңынан тыуғандай булдым. Унан һуң был тәбиғәт күренеше бер нисә тапҡыр ҡабатланды. Өҫтәүенә, төрлө миҙгелдә, – тип яуаплаған ул башҡорт журналистарының һорауҙарына.

Ул тыуған ауылы Раевка тураһында ла һөйләгән. Журналистарҙың, Башҡортостанға ҡайтып йорт һатып алып йәшәр инегеҙме, тигән һорауына былай тип яуап биргән:

«Раевкала йорт та бар бит инде, ниңә уны башҡа ауылда һатып алырға? Күсенеү тураһында әлегә уйламайым, әммә, бер ҡасан да, тип әйтергә ярамай, тиҙәр. Күп йылдар үткәс, инде бүлә-бүләсәрҙәребеҙ тыуғас, ирем Паша менән Башҡортостанға ҡайтып йәшәүебеҙ ихтимал».

Автор: Инсаф Хужабирганов
Читайте нас