Ғалим, әҙәбиәт белгесе, филология фәндәре докторы, профессор Ғиниәт Ҡунафиндың: "Аҡмулла шиғриәте бөгөн дә зиһен – күңелдәребеҙгә шәрбәтле һыу ҙа, көлөр, һүгәр үткер һүҙ ҙә, им булыр хикмәт тә, алға әйҙәр хитап та", тигән һүҙҙәре бар. 2019 йылдан Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указы менән 14 декабрҙә башҡорт телен һаҡлау, яҡлау һәм үҫтереү маҡсатында башҡорт теле көнө билдәләнә. Байрам бөйөк шағир һәм мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә арналған.
14,15 декабрҙә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының ҙур залында Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Зөһрә Бураҡаеваның "Аҡмулла" спектакле премьераһы тамашасы хөмөнә тапшырыла.
Спектаклдә китап тулы арбаһы менән ил гиҙеп, аҡыл, белем таратып йөрөүсе мәғрифәтсебеҙ Мифтахетдин Аҡмулланың тормош юлы, ижады бөгөнгө күҙлектән дә яҡтыртылыр. Ҡайһы заманда ла актуаллеген юғалтаған шиғырҙары, нәсихәттәре лә ситтә ҡалмаҫ, тип хәбәр итә театрҙың әҙәбиәт бүлеге мөдире Рәзилә Ырыҫҡужина.