Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Декабрь 2022, 22:25

Бәләбәйҙәр алда бара!

Иртән генә  сибайҙар алда бара ине. Кискә ҡарай бәләбәйҙәр әүҙемләште. Бер кемгә лә беренселекте бирергә теләмәй улар, маладистар! 1505 тауыш. Ә бына гел алда килгән әлшәйҙәр аптырата.  Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ, тип, уларҙы ишембайҙар ҡыуып еткән. Ә ҡалғандар ниңә ҡулын һелтәп ҡуйҙы? Ейәнсуралар, Рәми  Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһыныҡылар, әбйәлилдәр ҙа алға сыға ала бит. Ҡайһыныһы "Йыл мәктәбе" исеменә лайыҡ булыр? Ярыш дауам итә.

Бәләбәйҙәр алда бара!
Бәләбәйҙәр алда бара!

Тауыш биреү 12 декабргә тиклем дауам итә, ошо һылтанма буйынса  https://vk.com/app7198399_-35065816#poll638f1e3445662.. тауыш бирә алаһығыҙ. Еңеү яулаған белем усағы хаҡында мәҡәлә гәзиттең һуңғы һанында баҫылып сығасаҡ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: