Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Декабрь 2022, 12:15

Һөйөнсө! «Бәйләнештә»ләге төркөмөбөҙҙә яҙылыусылар һаны 100 меңгә етте!

100 меңенсе дуҫыбыҙ Дәүләкән районынан 15 йәшлек Данил БУЛАТОВ булып сыҡты! Йәш дуҫтарыбыҙҙың артыуы ҡыуаныслы күренеш. Ошо әһәмиәтле ваҡиға айҡанлы Данилға бер мең һум күләмендә бүләк юллайбыҙ!

Һөйөнсө! «Бәйләнештә»ләге төркөмөбөҙҙә яҙылыусылар һаны 100 меңгә етте!
Һөйөнсө! «Бәйләнештә»ләге төркөмөбөҙҙә яҙылыусылар һаны 100 меңгә етте!

Әйткәндәй, Данил яңыраҡ билбау көрәше буйынса ил беренселегендә ҡатнашҡан һәм бронза миҙалға лайыҡ булған. Афарин!

Дуҫтар, беҙҙең уйын-конкурстар артабан да дауам итә, ҡатнашмай ҡалмағыҙ, бәлки, киләһе бүләк тап һеҙҙеке булыр!

Бүләкте алыу өсөн редакция менән бәйләнешкә сығыуығыҙҙы һорайбыҙ.

Фото: Т. Аманов.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: