«Магеллан» махсус кейем етештереүсе предприятие Мәскәүҙә үҙенең күргәҙмәһен ойоштора.
— Еңел сәнәғәт предприятиелары «мобилизация рельсы»на баҫты, СВО ихтыяждары өсөн кейем-һалым тегә башланы. Был сараның төп маҡсаты - Башҡортостандың еңел сәнәғәт продукцияһы, хәрби обмундирование менән таныштырыу. Хәрби кейем комплекты ауыр һауа шарттарында йыл әйләнәһенә файҙаланылырға мөмкин. Республика Хөкүмәте компанияға сырье һатып алыуға субсидия алырға ярҙам итте. Ошо программа ярҙамында предприятие 1 миллион һум аҡса алды.
«Штурмер» һәм «Магеллан» компаниялары хоҡуҡ һаҡлау органдары өсөн формалар етештерә, шул иҫәптән Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, ФСО хеҙмәткәрҙәре өсөн формалар тегә. 2022 йылда «Магеллан» Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының 63494-се хәрби часы (инженер ғәскәрҙәре), Милли гвардия һәм М. Шайморатов исемендәге батальондың заказдарын үтәгән. Улар шулай уҡ ДХР-ға гуманитар ярҙам күрһәтеү өсөн форма комплекттары етештерҙе.