Өфөлә «ИнвестПроект» компанияһы уҡыу-ял итеү үҙәге төҙөй. Ул Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы һәм мәғариф министрлығы ярҙамында өҫтөнлөклө проекттар исемлегенә индерелгән. Тейешле бойороҡҡа Иҡтисади үҫеш министрлығында ҡул ҡуйылған.
– Уҡыу-ял итеү үҙәгендә балалар һәм үҫмерҙәр интеллектуаль һәм ижади яҡтан үҫешәсәк. Инвестор проектҡа 503, 1 миллион һум аҡса һалырға ниәтләй, 146 эш урыны булдырыла. Үҙәк 2024 йылда эш башлаясаҡ. Үҫеш корпорацияһы инвесторҙы барлыҡ этаптарҙа ла оҙатып бара. Беҙҙең белгестәр уларға власть органдары менән профилле ведомстволар менән берлектә эшләргә ярҙам итә, – корпорация директоры Наил Ғәббәсов.
Бынан алда инвестор Үҫеш корпорацияһы ярҙамында «Зубов» индустриаль паркы биләмәһендә «БИт» заводын төҙөгән.