Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Декабрь 2022, 18:00

Еләк бешкәс, ҡайтырмын, әсәй!

Учалы шағиры Рамай Ҡаһир ошо уҡ райондың Өргөн ауылынан Луиза Вәлишинаның СВО-ла ҡатнашҡан улы менән яҙышҡан смс-хаттарын шиғыр юлдарына һалған.

Еләк бешкәс, ҡайтырмын, әсәй!
Еләк бешкәс, ҡайтырмын, әсәй!

Һаумы, улым! Хаттар яҙам,
Барып етерме хатым?
Һине уйлап, борсоламын,
Йөрәктә - һағыш, ялҡын!
Уттар эсендә йөрөйһөң,
Хәлдәрең нисек, балам?!
Күҙ йәштәрен йотоп, көндә
Именлек теләп ҡалам!
Беҙҙең хәлдәр шөкөр әле,
Көндә яуа ап - аҡ ҡар.
Һиңә сәләмдәр ебәрә, -
Дуҫтарың, яҡын заттар.
Эштәрем бара алда - гөл,
Төшкән дә юҡ сәхнәнән.
Йә, өмәләрҙә көн үтә,
"Ҡайнайым" халыҡ менән!
Балаҡайым, ни хәлдәһең,
Яу ҡыры, ашау нисек?
Аяҡтарың өшөмәйме, -
Йөрөйһөңдер ҡар кисеп...
Өмөт, йылылыҡ өҫтәһен
Ошо яҙған йылы хат.
Һалдатты кертә яуҙарға
Изге бурыс, хәрби ант.
Тыуған илде һаҡлау, яҡлау,
Бар шундай изге бурыс.
Балаҡайым! Зинһар өсөн
Имен йөрөргә тырыш!
Тойоп торам, яндарыңда
Шартлай мина, снарядтар.
Утлы ғәрәсәт эсендә
Ҡырыла күп һалдаттар!
Көн - төн доғалар уҡыйым,
Һүнмәһен ғүмер - ҡояш.
Һине ҡурсалап йөрөһөн,
Һаҡлаһын Хызыр - ильяс!
Хоҙай һиңә бирһен бәхет,
Оҙон, матур ғүмерҙе.
Ғәзиздәре көтөп алһын,
Һәр егетте, һәр ирҙе!
Имен генә йөрө инде,
Эй, балам, балаҡайым.
Теләктәремде ишетһен, -
Хоҙайым, Хоҙайҡайым!

Һаумы әсәй, әсәкәйем!
Ҙур рәхмәт хаттарыңа.
Теләктәрең ҡабул булһын,
Тоғромын анттарыма!
Әсәй, яҙған хаттарыңдан
Бөркөлә наҙ, йылылыҡ.
Һалҡын окоп төптәрендә
Китәм хаттта йылынып.
Әсәй, зинһар борсолма һин,
Беҙ - берҙәм һәм беҙ көслө.
Күп иптәштәрҙе юғалттым,
Шуныһы үкенесле.
Йөрәгемә шифа булды
Һинең яҙған йылы хат.
Яу тынғанда, хаттарыңды
Уҡыйым ҡабат - ҡабат.
Һин - миңә шундай ҡәҙерле,
Шуны аңланым әсәй.
Тик Ватанды һаҡлар кәрәк,
Шундай киң - беҙҙең Рәсәй!
Әжәл бит ул - шундай нимә,
Исемде тормай һорап.
Ана, ракеталар шартлай,
Яндыра, һала турап...
Әжәл алған саҡтарҙа ла,
Бер көн килеп "яғамдан."
Ышан, мин тере ҡалырмын,
Тик айырма доғаңдан!
Бала - саҡты иҫкә алып,
Яңыртам хәтеремде.
Ауыр һынауҙар өйрәтте,-
Белергә ҡәҙереңде!
Рәхмәт әсәй. Һаҡлай мине
Һин уҡыған доғалар.
Әлдә бронижилет ныҡлы,
Пулялар саң ҡағалар...
Рәхмәт һиңә, ҡабул булһын
Матур, изге теләктәр.
Аллаһбирһә, бер ҡайтырмын,
Бешкәс һутлы еләктәр!
Юғалтмайыҡ күңелдәге
Намыҫ һәм ышанысты.
Имен - аман сығайыҡсы
Буранлап килгән ҡышты!
Борсолма, әсәй, ҡайғырма,
Яҙһа, ҡайтырмын тере.
Ҡыйыу рухлы башҡорттарҙың
Ни тиһәңдә, мин - бере!
Һинән килгән йылы хаттар
Көсәйтә хис - тойғоно.
Улар ситкә этәрәләр -
Шартлау, үлем, ҡайғыны!
Зинһар, әсәй, борсолмасы,
Түкмә күҙ йәштәреңде.
Һине шундай һағындым мин,
Саҡ тыям хистәремде.
Аллаһбирһә, бер ҡайтырмын,
Түҙ, ышан һәм көт, әсәй.
...Һағыштарҙан бәреп сыҡҡан,
Күҙ йәштәрен һөрт, әсәй!

Рамай Ҡаһир.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: